Милли проекттар
11 Ноябрь 2025, 07:30

Ял итеүселәргә уңайлы булһын өсөн

Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлы төҙөкләнә

Ял итеүселәргә уңайлы булһын өсөнЯл итеүселәргә уңайлы булһын өсөн
Ял итеүселәргә уңайлы булһын өсөн

Башҡортостанда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) юлсылар Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск араһында алты километр юлды ремонтлауҙы тамамлап килә, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.

Ремонт эштәре Белоретты урап үткән юлда эшләнә. Подряд ойошмаһы элекке япманы фрезерлау эштәрен башҡарған, тигеҙләү ҡатламын һалған. Был эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә.

–Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһы республикабыҙҙың популяр туризм йүнәлештәренең береһе. Был юл буйлап урындағы халыҡ һәм Башҡортостан ҡунаҡтары Ишембай, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил яҡтарындағы йәйге ял һәм туризм объекттарына бара. Шуға ла юлсылар был юлдың торошон күҙәтеүҙә, тәртиптә  тота, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Быға тиклем Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск трассаһында  8,4 километр оҙонлоғонда өс участкала капиталь ремонт эшләнгәйне. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

   

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас