Милли проекттар
12 Ноябрь 2025, 02:30

Эшҡыуар ижади студия өсөн ҡорамалдар һатып алған

Дәүләт аҡсаһына ул ижади оҫтахана өсөн ҡорамалдар (теген машиналары, оверлоктар) һәм мебель һатып алған.

Эшҡыуар ижади студия өсөн ҡорамалдар һатып алғанЭшҡыуар ижади студия өсөн ҡорамалдар һатып алған
Эшҡыуар ижади студия өсөн ҡорамалдар һатып алған

Октябрьскийҙан эшҡыуар Гөлназ Макарова урындағы «Минең бизнесым» үҙәгендә 350 мең һум күләмендә субсидия алған. Дәүләт ярҙамы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» ациональный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә күрһәтелде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте.

Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам Макарова өсөн үҙ эшеңде - ижади студияны асыуҙа этәргес булып торған.

- Эшҡыуарлыҡ башланғыстарын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн идеяның ғына түгел, кәрәкле белемдең дә булыуы мөһим. «Минең бизнесым» үҙәге «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә белем биреү программалары һәм консультациялар аша эшҡыуарҙарға бушлай ярҙам күрһәтә, - ти  Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Сабыйының донъяғаа килеүе Гөлназдың яҙмышында боролош мәл була. Сәнғәткә һөйөүҙе тормошҡа ашырырға теләү ижади студия ойоштороу идеяһына килтергән.

Субсидия биреү процесында төп ролде «Минең бизнесым» үҙәгенең урындағы офисы уйнай. Бында ҡатынға ярҙам алыу өсөн кәрәкле бизнес-план төҙөргә ярҙам иткәндәр. Дәүләт аҡсаһына ул ижади оҫтахана өсөн ҡорамалдар (теген машиналары, оверлоктар) һәм мебель һатып алған.

Бөгөн Гөлназ Макарова «Ижад станцияһы» студияһы менән уңышлы етәкселек итә. Студия урындағы халыҡтың яратҡан ял урынына әүерелде. Бында тегеү, шәмдәр эшләү, тәбиғи косметика етештереү һәм гипс материалдар менән эшләү кеүек дүрт йүнәлеш буйынса дәрестәр үткәрелә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас