Милли проекттар
12 Ноябрь 2025, 04:30

Нуримандарға автомобиль бирҙеләр

Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Нуримандарға автомобиль бирҙеләрНуримандарға автомобиль бирҙеләр
Нуримандарға автомобиль бирҙеләр

Нуриман үҙәк район дауаханаһына “Lada Largus” яңы еңел автомобиле килтерелде. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Транспорт сараһына, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, эйә булғандар.

Автомобиль дүрт кешене ташыуға иҫәпләнгән.  Ул аҙ хәрәкәт иткән кешеләргә  тәғәйенләнгән. Транспорт сараһы һалына торған носилка, балалар өсөн хәүефһеҙлек ҡайышы һәм әйберҙәрҙе дезинфекциялау өсөн махсус прибор менән тәьмин ителгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас