

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль программаһына ярашлы Өфөлә Киров урамы буйынса (Ленин урамы киҫелешенән Хоҙайбирҙин урамы киҫелешенә тиклем) 810 метр оҙонлоғонда 500 мм диаметрлы һыуүткәргес ремонтланған. Был турала республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Ҡала шарттарында эш ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһының Киров районының күпселек халҡы өсөн мөһим булған “артерия” ваҡытында файҙаланыуға тапшырылған.
-Капиталь ремонт барышында ҡорос торбалар урынына заманса күп ҡатлы полиэтилен торбалар ҡулланыу һыуүткәргестең файҙаланыу ваҡытын күпкә күбәйтер тип иҫәпләйбеҙ. Торба тишелеү кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе лә булдырмаҫ, - тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.