

Салауат районының Малаяҙ ауылында һыу тәьминәте селтәрҙәренә капиталь ремонт тулы күләмдә һәм билдәләнгән ваҡытта үткәрелгән. Эш «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль программаһына ярашлы башҡарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Бөтә ауыл буйынса 3,8 саҡрым яңы полиэтилен торба һалынған. Полиэтилен тутыҡмай, тимәк, һыуға металл окистары эләкмәйәсәк. Крандан аҡҡан һыу таҙараҡ буласаҡ. Был торбалар температураның үҙгәреүенән ҡурҡмай һәм оҙаҡ хеҙмәт итә. Хәҙер һыуға бәйле ҡышҡы һәм йәйге өҙөклөктәр һирәк күренеш буласаҡ. Заманса материалдарҙы файҙаланып, дөйөм ресурсты һаҡсыл тотонорға мөмкин.
Бынан тыш, Малаяҙ ауылында 224 яңы ныҡлы тимер-бетон ҡоҙоҡ барлыҡҡа килгән. Уларҙың төп функцияһы – ремонт ваҡытында ҡорамалдарҙы ҡарау, йүнәтеү мөмкинлеге. Был яңылыҡтың тағы бер ыңғай яғы бар: янғын осраҡтарында янғын һүндереүселәр ауылдың бер нисә нөктәһендә һыу үткәргескә тиҙ тоташа ала.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: house.bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!