Милли проекттар
18 Ноябрь 2025, 03:30

Башҡорт Самаҙыһында яңы медицина пункты асылды

Пациенттарҙы 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Гөлфиә Ғөбәйҙуллина ҡабул итәсәк.

Башҡорт Самаҙыһында яңы медицина пункты асылдыБашҡорт Самаҙыһында яңы медицина пункты асылды
Башҡорт Самаҙыһында яңы медицина пункты асылды

Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Медицина учреждениеһы 230-ҙан ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. ФАПта фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һәм эш ҡорамалдары һаҡлау бүлмәләре булдырылған. Пациенттарҙы 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Гөлфиә Ғөбәйҙуллина ҡабул итәсәк. Теләгән һәр кем бында уңайлы шарттарҙа  диспансерлаштырыу үтәсәк, вакцина яһатасаҡ һәм тәүге медицина ярҙамын аласаҡ.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас