

Быйыл Стәрлебаш районында “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства” ) мобиль бәйләнеш буйынса ике вышка барлыҡҡа килгән. Был турала район хакимиәте хәбәр итә.
Бәйләнештең база станциялары Яңы Ҡалҡаш һәм Түбәнге Ибрай ауылдарында урынлашҡан. Ике вышканы ла тулыһынса быйыл йыл аҙағына сафҡа индереү планлаштырыла.
Станциялар файҙаланыуға тапшырылғас, ике ауылдың да халҡы ҡаршылыҡтарһыҙ аралашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ эш, уҡыу, онлайн-белем алыу, телемедицина консультациялары өсөн юғары тиҙлекле интернет менән файҙалана аласаҡ.
“Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проекты иҡтисад һәм социаль тармаҡты һанлаштырыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ технологик суверенитетҡа, лидерлыҡҡа өлгәшеүгә лә маҡсатланған. Яңы һанлы сервистар тормошобоҙҙо еңелерәк һәм уңайлыраҡ итә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.