Милли проекттар
19 Ноябрь 2025, 02:30

Ҡара Яҡуп – Петряев юлының 1,7 километры ремонтланды

Шишмә районында 50 меңгә яҡын кеше йәшәй. Район халҡы өсөн был мөһим маршрут, ул Шишмә район үҙәгенә һәм республиканың баш ҡалаһы Өфөгә алып бара.

Ҡара Яҡуп – Петряев юлының 1,7 километры ремонтландыҠара Яҡуп – Петряев юлының 1,7 километры ремонтланды
Ҡара Яҡуп – Петряев юлының 1,7 километры ремонтланды

Шишмә районында ҙур булмаған ауылдарҙы Өфө-Шишмә трассаһы менән тоташтырыусы Ҡара Яҡуп — Петряев юлын ремонтлау тамамланды. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә Яңы Троицкий менән Ибраһим араһында 1,7 километр юл япмаһы яңыртылды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.

Юлсылар иҫке япманы алып ташлай, тигеҙләү ҡатламын һәм яңы юл япмаһын һала, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.

— Шишмә районында 50 меңгә яҡын кеше йәшәй. Район халҡы өсөн был мөһим маршрут, ул Шишмә район үҙәгенә һәм республиканың баш ҡалаһы Өфөгә алып бара, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса республикала яҡынса 350 километр юлдарҙы һәм 1260 метр яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау күҙаллана. Был былтыр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” проекты буйынса эшләнгән күләмгә ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас