Милли проекттар
20 Ноябрь 2025, 13:01

“Мәрхәмәтле бизнесым” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

1 декабргә ҡәҙәр өлгөртөргә була.

“Мәрхәмәтле бизнесым” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә“Мәрхәмәтле бизнесым” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
“Мәрхәмәтле бизнесым” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

1 декабргә тиклем “Мәрхәмәтле бизнесым” бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Был сара эшҡыуарҙарҙың һәм социаль йүнәлешле эш алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың (артабан – НКО) социаль башланғыстары буйынса, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы үткәрелә. Яңылыҡты республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

Премияның республика этабына декабрь аҙағында йомғаҡ яһала. Бәләкәй һәм урта, эре эшҡыуарлыҡ һәм социаль йүнәлешле НКО вәкилдәре ҡатнашырға саҡырыла.

Конкурс ике йүнәлеш буйынса үткәрелә: эре бизнес вәкилдәре өсөн – “Социаль хеҙмәттәшлек” һәм “Мәғәнәле ярҙам” – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм социаль йүнәлешле НКО-лар өсөн.

2025-2026 йылдарҙа конкурс социаль-иҡтисади үҫештең төп йүнәлештәрен сағылдырған ете номинацияны үҙ эсенә ала. Еңеүселәр үҙ проектын 2026 йылдың мартында үткәрелгән федераль этапта тәҡдим итә ала.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса йыл башынан тормошҡа ашырыла.

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас