Милли проекттар
20 Ноябрь 2025, 17:25

Заманса ҡорамал мөһим тикшереүҙәрҙә файҙаланыласаҡ

Сәләмәтлек үҙәгенә спирометрик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән заманса аппарат алынды.

Заманса ҡорамал мөһим тикшереүҙәрҙә файҙаланыласаҡЗаманса ҡорамал мөһим тикшереүҙәрҙә файҙаланыласаҡ
Заманса ҡорамал мөһим тикшереүҙәрҙә файҙаланыласаҡ

Бөрө ҡалаһындағы сәләмәтлек үҙәгенә, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, спирометрик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән заманса аппарат алынды.

Ҡорамал төрлө тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, үпкә күләмен, тын алыу йышлығын, үпкәнең минут эсендәге елләтеү күләмен асыҡлай аласаҡ. Был айырыуса үпкә сирҙәре хәүефенә дусар кешеләр өсөн мөһим, шул иҫәптән тәмәке тартыусылар йәки зарарлы химик матдәләр менән эшләгәндәр өсөн.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас