Милли проекттар
21 Ноябрь 2025, 03:30

Яңы Софиевка халҡы ҡыуанды

Быйыл асылырға тейешле медицина пункттарының икенсеһе был.

Яңы Софиевка халҡы ҡыуандыЯңы Софиевка халҡы ҡыуанды
Яңы Софиевка халҡы ҡыуанды

Федоровка районының Яңы Софиевка ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башланы.

Заманса медицина учреждениеһы пациенттарға сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медицина пунктында процедура, ҡабул итеү кабинеттары, электрокардиограмма үтеү бүлмәһе бар. Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылыуы уңайлылыҡ тыуҙыра.

– Быйыл асылырға тейешле медицина пункттарының икенсеһе был. Әле районда 12 модулле ФАП, бер ауыл табиплыҡ амбулаторияһы эшләй, – тип билдәләне Федоровка районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рөстәм Хәбибуллин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: ”Берҙәм Рәсәй” сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас