Милли проекттар
21 Ноябрь 2025, 07:45

Был сараның һөҙөмтәһе ҙур

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Был сараның һөҙөмтәһе ҙурБыл сараның һөҙөмтәһе ҙур
Был сараның һөҙөмтәһе ҙур

Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумындағы маҙансыҡтағы йәрминкәлә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 16 әйҙәүсе машиналар төҙөү предприятиеларын һәм металл әйберҙәрҙе етештереүселәрҙе берләштерҙе.

Бындай сараларҙы үткәреү “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға тура килә, тип хәбәр итте республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Компаниялар өс меңдән ашыу вакансияны тәҡдим итте. Улар араһында Өфөләге “Гидравлика”, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм башҡалар бар ине.

“Предприятиеларҙы һәм эш урындарын ошолай презентациялау күп өҫтөнлөккә эйә һәм эш биреүселәргә вакансияларҙы ябырға булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе ҡаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.

Сығанаҡ: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас