Милли проекттар
21 Ноябрь 2025, 01:30

Кадрҙар үҙәктәре ҡабул итә

Ул МХО-ла ҡатнашыусылар менән уларҙың ғаилә ағзалары өсөн үткәрелә.

Кадрҙар үҙәктәре ҡабул итәКадрҙар үҙәктәре ҡабул итә
Кадрҙар үҙәктәре ҡабул итә

20 һәм 21 ноябрҙә Башҡортостанда "Рәсәйҙә эш" кадрҙар үҙәге ойошмалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлашыу буйынса саралар үткәрә, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Ҡабул итеү "Кадрҙар" милли проектын (национальный проект “Кадры”) тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙа.

Белгестәр мәшғүллек, уҡыу, һөнәрҙе алмаштырыу, квалификацияны күтәреү, психологик ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса кәңәштәр бирә.

Республика мәшғүллек үҙәге директоры Ридан Әхйәмов әйтеүенсә, осрашыу республиканың 47 кадрҙар үҙәгендә үтә.

Йыл башынан алып кадр үҙәктәре 527 сара уҙғарған, уларҙа 1558 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 26-һы эшкә урынлаштырылған. Октябрҙә 33 сара үткән унда 92 ҡатнашыусы булған.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса йыл башынан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/...

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас