

Учалы үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, пациенттарҙы реабилитациялау өсөн яңы заманса ҡорамал – мультисенсорлы тренажер алынды.
Мультисенсорлы тренажер хәрәкәт әүҙемлеген тергеҙеү, аяҡ-ҡулдар хәрәкәтсәнлеген, көнкүреш эшмәкәрлеген һәм үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүҙе координациялау өсөн тәғәйенләнгән. Баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолғанда, инсульттарҙан һуң хәрәкәтләнеүҙә тайпылыштар булғанда ҡорамал уңышлы файҙаланыла. Виртуаль ысынбарлыҡ һәм биологик кире бәйләнеште берләштереү иҫәбенә когнитив бурыстарҙы хәл итеү мөмкинлеге менән һөҙөмтәгә өлгәшелә.
– “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты граждандарҙың һаулығын оҙаҡ йылдарға һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә беҙ заманса диагностика һәм реабилитация сараларын практикаға индерә алабыҙ. Был пациенттарға әүҙем тормошҡа ҡайтырға, медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Илгиз Йосопов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.