

Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ул «Оҙайлы һәм әүҙем тормош»( национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») милли проекты булышлығында ойошторолған, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Быға тиклем медицина учреждениеһы 1970 йылда төҙөлгән йортта урынлашҡан булған. Унда һыу ҙа, канализация ла юҡ, мейес яғып йылытылған. Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-яраҡтарын һаҡлау ҡаралған.
«Фельдшер-акушерлыҡ пункты 466 кеше йәшәгән Рысҡужа ауылы халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре, халыҡ, түҙемһеҙлек менән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын көттөк», - ти фельдшер Гөлсиә Абдрахманова.
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты - граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!