Милли проекттар
26 Ноябрь 2025, 03:30

“Йондоҙло”ға “йондоҙ”ҙар килер!

Был хаҡта республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Йондоҙло”ға “йондоҙ”ҙар килер!“Йондоҙло”ға “йондоҙ”ҙар килер!
“Йондоҙло”ға “йондоҙ”ҙар килер!

Октябьскийҙағы “Йондоҙло” паркы буш урында хасил булған. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарылған. Был хаҡта республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

Элек буш торған ерҙә йәйәүлеләр өсөн зоналар, уйын майҙансыҡтары, тренжерҙар, тенис өҫтәлдәре, скейт-парк булған биләмәләр барлыҡҡа килгән. Паркта шулай уҡ эскәмйәләр ҡуйылған, ағастар, сәскәләр, ҡыуаҡтар ултыртылған. Бынан тыш, бында эт менән йөрөү өсөн урындар ҙа бар.

Хәҙер “Йондоҙдо” паркы ял итеү генә түгел, байрамдар, йәрминкәләр ойоштороу урынына ла әүерелгән.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Октябрьскийҙа “Ҡояшлы” эко-паркын да төҙөгәндәр. 

Бында һуҡмаҡтар барлыҡҡа килгән, эскәмйәләр ҡуйылған, балалар өсөн майҙансыҡ төҙөлгән, амфитеатр хасил булған.

Сығанаҡ, фото: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас