Милли проекттар
28 Ноябрь 2025, 03:30

Ҡуяштыр халҡын һөйөндөрҙөләр

Иҫке медицина пункты быға тиклем 1971 йылда төҙөлгән бинала көн күрҙе...

Ҡуяштыр халҡын һөйөндөрҙөләрҠуяштыр халҡын һөйөндөрҙөләр
Ҡуяштыр халҡын һөйөндөрҙөләр

Асҡын районының Ҡуяштыр ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Иҫке  медицина пункты 1971 йылда төҙөлгән бинала көн күрҙе, унда һыу һәм канализация селтәрҙәре лә булманы. Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә.

Медицина пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер, ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар һәм эш ҡоралдары һаҡлау бүлмәләре урынлаштырылған.

– “Һанлы ФАП” проекты пациенттарға һанлы медицина хеҙмәттәренән  файҙаланырға ярҙам итә. Мин хәҙер эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерә, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһын үткәрә алам, – ти фельдшер Евгения Губанова.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас