Милли проекттар
29 Ноябрь 2025, 01:40

Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләп

Яңы ФАП-та шарттар ҙа заманса.

Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләпАуыл халҡының һаулығын хәстәрләп
Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләп

Ҡыйғы районының Абҙай ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.

Сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн ул бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шул иҫәптән яңы техника ла алынған. Яңы ФАП-та 330-ҙан ашыу ауыл кешеһе хеҙмәтләндереләсәк.

–Был пункт ауыл кешеһе өсөн мөһим урын булып тора. Ул беренсе медицина-санитар ярҙамын күрһәтеүгә, халыҡтың һаулығын нығытыуға маҡсатланған. Модулле ФАП-тар асыу – районда йәшәү сифатын яҡшыртыуға, лайыҡлы кимәлдә медицина хеҙмәтләндереүен алыуға бер аҙым, – ти Ҡыйғы районы хакмиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының маҡсаты - граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас