

Башҡортостанда 1-се зона буйынса оператор – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” ойошмаһы үҙ автопаркын ике сүп-сар ташыусы машина менән тулыландырған. Быны тормошҡа ашырыу “Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благопоучие”) ярҙамында мөмкин булды, тип хәбәр итә республиканың Экология министрлығы.
Машиналар универсаль евроҡоролма менән йыһазландырылған һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын механизациялы тейәүгә, тығыҙлау, ташыу һәм бушатыуға тәғәйенләнгән. Улар уртаса климат шарттарында, +40 градустан –20 градусҡа тиклем эшләй ала. Техника заманса дизайнлы, шыйыҡсалар һәм органик матдәләр ағып сығыуға юл ҡуймаҫлыҡ яҡшыртылған кузов конструкцияһына эйә.
Яңы машиналар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһының өҙлөкһөҙ эшләүен булдыра һәм хатта эш ныҡ күп булған осраҡта ла таҙалыҡты һаҡлауҙы тәьмин итә. Техника ГЛОНАСС системаһы һәм яғыулыҡ кимәле датчиктары менән йыһазландырылған. Был белгестәргә ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Фото: https://gtrkrb.ru/novosti/