

Баймаҡ районының Мерәс ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә.
Ул сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналға уңайлы эш шарттары булдырыу өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Медицина пунктында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һәм эш ҡоралдары һаҡлау бүлмәләре урынлаштырылған. Учреждениела ауылдың 434 кешеһенә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Ауылдаштар бында диспансерлаштырыу үтеү, вакцина яһатыу һәм тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.