

Республикала 3 миллиондан ашыу кеше Дәүләт хеҙмәттәре порталында табипҡа яҙылыу хеҙмәте менән файҙаланған.
2025 йылдың 11 айында Башҡортостан халҡы Дәүләт хеҙмәттәре порталында табипҡа электрон яҙылыу менән 3,3 миллион тапҡыр файҙаланған. Электрон сервистарҙы үҫтереү «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау »(национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») милли проекты маҡсаттарының береһе булып тора, тип хәбәр итә республиканың дәүләткә идара итеүҙең һанлы үҫеш министрлығынан.
— Дәүләт хеҙмәттәре көндәлек тормошта алыштырғыһыҙ ярҙамсыға әүерелде. Табипҡа яҙылыу беҙҙең төбәктә генә түгел, бөтә илдә лә популяр хеҙмәттәрҙең береһе. Порталда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йәмғеһе 20-нән ашыу электрон хеҙмәт күрһәтелә, - тип хәбәр итте БР-ҙың дәүләткә идара итеүҙең һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Табипҡа үҙеңде лә, балаңды ла йәки башҡа кешене лә яҙҙырырға мөмкин. Бының өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы полисының номеры һәм яҙылырға йыйынған поликлиникаға беркетеү талап ителә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә башҡа файҙалы сервистар Дәүләт хеҙмәттәре порталының махсус «Һаулыҡ» бүлегендә урынлашҡан.
«Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау» милли проекты — Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025–2030 йылдарҙа Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла торған 19 милли проекттың береһе.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!