Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгенә үпкәне яһалма елләтеү өсөн яңы аппараттар килтерелде. 17 заманса ҡорамалға эйә булыу “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау ми нистрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Ҡорамал үҙәктең реанимация һәм яңы тыуған сабыйҙар интенсив терапияһы бүлектәренә бүленгән. Медицина ҡорамалдары сабыйҙарҙың үпкәһенә көсөргәнеште кәметә. Был тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә.
“Ғаилә” милли проекты булышлығында яңы тыуған сабыйҙарға сифатлы ярҙам күрһәтә алабыҙ. Был - кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа һәм балаларыбыҙҙың сәләмәт киләсәген тәьмин итеүҙә мөһим аҙым”, - тине үҙәк табибы Лиана Савина.
“Ғаилә” милли проекты балалары булған ата-әсәләргә ғәмәлдәге ярҙам сараларын берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы бәләкәстәрҙең тыуыуы өсөн өҫтәмә дәртләндергес саралар булдырыла. Тотош ил буйлап әүҙем оҙон ғүмерлелек тәжрибәләре тормошҡа ашырыла. 14-тән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кино залдарына һәм башҡа мәҙәниәт ойошмаларына бушлай барыу мөмкинлеген биргән “Пушкин картаһы” ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!