Милли проекттар
5 Декабрь 2025, 03:00

Мәсәғүттәр быйыл өшөмәйәсәк

Инженер инфраструктураһын комплекслы яңыртыу иҫке тимер бетон каналдарын демонтажлауҙы, яңы тимер торба үткәргестәрҙе һалыуҙы, заманса ҡоҙоҡтарҙы монтажлауҙы үҙ эсенә ала.

Мәсәғүттәр быйыл өшөмәйәсәкМәсәғүттәр быйыл өшөмәйәсәк
Мәсәғүттәр быйыл өшөмәйәсәк

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында 218 погонлы метр оҙонлоғондағы йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең үҙәкләштерелгән селтәрҙәре участкаһын капиталь ремонтлау тамамлана. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны заманлаштырыу” федераль программаһы (федеральная программа “Модернизация коммунальной инфраструктуры”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле булды.

Инженер инфраструктураһын комплекслы яңыртыу иҫке тимер бетон каналдарын демонтажлауҙы, яңы тимер торба үткәргестәрҙе һалыуҙы, заманса ҡоҙоҡтарҙы монтажлауҙы үҙ эсенә ала.

Торбалар һәм каналдарҙың 73 участкаһын алмаштырыу “йомшаҡ зона”ларҙы бөтөрәсәк, киләсәктә авариялы хәлдәрҙе кәметәсәк. Һөҙөмтәлә Мәсәғүт ауылында йәшәгән 150 кеше ошо уҡ ҡыш тотороҡло йылылыҡ менән тәьмин ителәсәк.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы; фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас