Милли проекттар
9 Декабрь 2025, 04:30

Башҡортостанға - өс алтын награда

Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән конкурсҡа 187 ғариза килгән, шуларҙың 95-е финалға сыҡҡан.

Башҡортостанға - өс алтын наградаБашҡортостанға - өс алтын награда
Башҡортостанға - өс алтын награда

Башҡортостан Республикаһы мәшғүллек өлкәһендә IV Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының бер юлы өс номинацияһында айырылып торҙо. Еңеүселәрҙе бүләкләү Мәскәүҙә үтте.

Конкурс Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

– “Иң яҡшы белгес” номинацияһында конкурс еңеүсеһе – Өфөнән карьера консультанты Эльвира Опульскис. 2-се кимәлдәге кадрҙар үҙәктәре араһында Рәсәйҙә беренсе булып Сибай ҡалаһының модуль карьера үҙәге еңеү яуланы. Илдең кадрҙар үҙәктәре араһында “Иң яҡшы функциональ команда” номинацияһында һәм Башҡортостандың матбуғат хеҙмәте командаһы танылыуға лайыҡ булды, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән конкурсҡа 187 ғариза килгән, шуларҙың 95-е финалға сыҡҡан. 16 белгес, туғыҙ кадрҙар үҙәге, 12 команда һәм 18 проект еңеүсе һәм призер булды.

Фото: Ленара Иванованың Телеграмдағы сәхифәһенән алынды.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Башҡортостанға - өс алтын награда
Башҡортостанға - өс алтын награда
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас