

Башҡортостандан эшҡыуар Рөстәм Нәжипов 3,5 миллион һум ташламалы финанслау алыуға өлгәшкән, һөҙөмтәлә заманса компьютер томографияһы бүлексәһе булдырған. Йүнселгә ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы күрһәтелгән.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был башланғысты тормошҡа ашырыуҙа “Минең бизнес” үҙәгенең Үрге Ҡыйғылағы филиалының өлөшө ҙур. Унда йүнселгә дәүләт субсидияһы буйынса консультация бирелгән, кәрәкле документтарҙы әҙерләшкәндәр. Бынан тыш, предприятиены социаль ойошмалар реестрына индереүҙә, шәхси брендты теркәү өсөн заявка тултырыуҙа ярҙам күрһәтелгән.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина әйтеүенсә, “Минең бизнес” үҙәге йүнселдәргә үҫештең барлыҡ этаптарында – консультацияларҙан алып дәүләт программаларына, финанс документтары төҙөүгә тиклем – булышлыҡ ҡылына.
Рөстәм Нәжипов 2017 йылдан башлап Дыуан районының Мәсәғүт ауылында “Сәләмәтлек клиникаһы”на етәкселек итә, урындағы халыҡҡа махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтә. Штатта – 50-гә яҡын белгес. Улар 15 йүнәлеш буйынса хеҙмәтләндерә. Төп иғтибар – диагностикаға. Үҙәктә компьютер томографияһының заманса бүлексәһе бар, ул мультиспираль сканлаштырыу өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Рөстәм Нәжипов әйтеүенсә, бизнесҡа килеү юлы еңел булмаған. Квалификациялы белгестәр эҙләү, ҡорамалдар алыу, урындағы халыҡтың ышанысын яулау – иң ауыр, яуаплы бурыстар, ти ул. Әммә үҙ эшен яратыуы, дәүләттең әүҙем булышлыҡ итеүе барлыҡ һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән. Хәҙер йүнселдең планында – магнит-резонанс томографияһы хеҙмәтен индереү, шулай уҡ яҡын-тирәлә клиниканың филиалдарын асыу.
Фото: mgazeta.com