

Ғафури районының Родина ауылында яңы фельдшер-акушерлаҡ пункты асылды, тип хәбәр итә төбәктең һаулыҡ Һаҡлау министрлығы.
Был бинаны булдырыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) башҡарылды.
Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы эшләнә. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ул барлыҡ тейешле әйберҙәр менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура бүлмәләре, пациенттарҙы көтөү урыны, медикаменттарҙы һаҡлау бүлмәһе һәм башҡа уңайлыҡтар бар.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылдан 887 кешегә медицина ярҙамы күрһәтәсәк, уларҙың 147-һе балалар.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү.
2030 йылға был күрһәткесте 78 йәшкә, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү ниәтләнә. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаша, һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыу буйынса саралар күрелә.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!