Милли проекттар
11 Декабрь 2025, 05:30

Айҙаҡайҙа – яңы медицина пункты

Медицина пункты “Һанлы ФАП” проектына тоташтырылған.

Айҙаҡайҙа – яңы медицина пунктыАйҙаҡайҙа – яңы медицина пункты
Айҙаҡайҙа – яңы медицина пункты

Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы ФАП заманса стандарттарға һәм талаптарға тулыһынса яуап бирә.  Бина тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары урынлаштырылған, дарыуҙар һаҡлау һәм эш ҡоралдары өсөн бүлмәләр булдырылған. Медицина пункты “Һанлы ФАП” проектына тоташтырылған.

“Хәҙер халыҡ һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡ. Мин дистанциянан тороп ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы аса алам, электрон рецепт яҙыу, телемедицина консультацияһы үткәреү мөмкинлеге бар”, – ти фельдшер Ирина Рамазанова.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас