Милли проекттар
11 Декабрь 2025, 02:45

Өфөнөң 1-се гимназияһы уҡыусылары фәнни-популяр маршрут буйынса үтте

Уҡыусылар Башҡортостандағы боронғо зоология музейында булды, унда донъяның төрлө мөйөштәренән 10 мең самаһы фауна экспонаты ҡуйылған. Балалар рептилияларҙың, амфибияларҙың, үрмәксе һымаҡтар һәм бөжәктәрҙең нисек йәшәүен белде, экспонаттарҙа Ерҙә органик донъяның үҫешен раҫлаған дәлилдәр тапты.

Өфөнөң 1-се гимназияһы уҡыусылары фәнни-популяр маршрут буйынса үттеӨфөнөң 1-се гимназияһы уҡыусылары фәнни-популяр маршрут буйынса үтте
Өфөнөң 1-се гимназияһы уҡыусылары фәнни-популяр маршрут буйынса үтте

«Өфө тәбиғи фәнни: Ерҙә тормош барлыҡҡа килгәндән алып Вернадскийҙың ноосфераһына тиклем» фәнни-популяр маршрутта Өфөләге 1-се республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусылары ҡатнашты. Сара «Йәштәр һәм балалар» (национальный проект «Молодежь и дети») милли проекты буйынса үтте, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.

Балалар ылымыҡтарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса лабораторияла интерактив оҫталыҡ класында ҡатнашты, Өфө фән һәм технологиялар университетының зоология музейында һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының геологик музейында булды. Бынан тыш, уҡыусылар Башҡортостандағы боронғо зоология музейында булды, унда донъяның төрлө мөйөштәренән 10 мең самаһы фауна экспонаты ҡуйылған. Балалар рептилияларҙың, амфибияларҙың, үрмәксе һымаҡтар һәм бөжәктәрҙең нисек йәшәүен белде, экспонаттарҙа Ерҙә органик донъяның үҫешен раҫлаған дәлилдәр тапты.

«Ғилми-популяр туризм - күптән инде Рәсәйҙә тормошҡа ашырылған проект, ә республикабыҙ яңыраҡ ҡына фәнни-популяр туризм картаһында барлыҡҡа килде. Үҙебеҙҙе күрһәтә алдыҡ: хәҙер беҙгә башҡа төбәктәр ҙә ориентирлай. Уҡыусыларыбыҙ һәм студенттарыбыҙ университеттарыбыҙҙың инфраструктураһын, асыштарын күрергә, фәндең һәм ғалимдарҙың айырым өлкә һәм айырым һөнәр икәнлеген аңларға, бер маршрутта Башҡортостандың теге йәки был тармаҡтағы бөтә ғилми ҡаҙаныштарын күрергә мөмкин», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә - мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас