Милли проекттар
12 Декабрь 2025, 05:45

Курорттарҙа ла шәп яңылыҡ бар

Был урындағы халыҡты сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

Курорттарҙа ла шәп яңылыҡ барКурорттарҙа ла шәп яңылыҡ бар
Курорттарҙа ла шәп яңылыҡ бар

Ғафури районының Курорт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина ойошмаһын “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы файҙаланыуға тапшырҙылар.

Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты урындағы мәктәптә урынлашты. Электр уты, һыу, йылылыҡ булһа ла, пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн майҙаны бәләкәй ине. Яңы бина заман талаптарына ярашлы эшләнгән. Ул 460 кешене, шул иҫәптән 85 баланы хеҙмәтләндерәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, фото: Ғафури районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Курорттарҙа ла шәп яңылыҡ бар
Курорттарҙа ла шәп яңылыҡ бар
Курорттарҙа ла шәп яңылыҡ бар
Курорттарҙа ла шәп яңылыҡ бар
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас