Милли проекттар
13 Декабрь 2025, 02:30

Бедеева Поляна ауылында амбулатория яңыртылған

Амбулатория сменаһына 50 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.

Бедеева Поляна ауылында амбулатория яңыртылғанБедеева Поляна ауылында амбулатория яңыртылған
Бедеева Поляна ауылында амбулатория яңыртылған

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь») ярҙамында Благовещен районының Бедеева Поляна ауылында табип амбулаторияһында капиталь ремонт үткәрелде, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бина 1989 йылда уҡ төҙөлгән. Ремонттан һуң ул хәҙерге замандың санитар-эпидемияға ҡаршы талаптарына тулыһынса тап килә, ә был юғары сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн мөһим. Амбулатория сменаһына 50 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Унда бөтәһе 3348 кеше, шул иҫәптән 449 бала медицина ярҙамы ала.

– Яңыртылған ауыл амбулаторияһын асыу – халыҡ өсөн бик мөһим ваҡиға. Яңы инфраструктура һәм яҡшыртылған шарттар халыҡтың һаулығын тағы ла яҡшыраҡ хәстәрләргә, яҡшы кимәлдәге медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ, – ти Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы Анна Ғәйнетдинова.

Иҫегеҙҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан алып РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” – шуларҙың береһе.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас