

Үрге Ҡыйғы ауылында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында үҙәк ҡаҙанлыҡты реконструкциялау тамамланды. Был хаҡта Ҡыйғы районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр.
Модернизация барышында белгестәр яңы стеналар, япмалар төҙөй, ҡыйыҡты, иҙәндәрҙе һәм фундаменттарҙы яңырта, заманса һыу йылытыу ҡаҙанлығын һәм насос ҡорамалдарын монтажлай. Шулай уҡ улар 13 метр бейеклектәге төтөн торбаһы ҡуя, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү торбалары һала һәм гидравлик һынауҙар үткәрә. Бынан тыш, йыйыштырыу инвентарын һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн яңы кирбес бина төҙөлә.
Үрге Ҡыйғы ауылының үҙәк ҡаҙанлығы ике мәктәпте, өс балалар баҡсаһын, физкультура-һауыҡтырыу үҙәген, пионерҙар һәм уҡыусылар йортон, шулай уҡ 34 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә. Реконструкция ҡаҙанлыҡ эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙан тыш, урындағы халыҡ өсөн шарттарҙы яҡшырта.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!