

Балаҡатай районының Түбәнге Исҡуш ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
–Ауыл халҡы өсөн был мөһим ваҡиға. Хәҙер ауылдаштар алыҫҡа барып йөрөмәйенсә, урында сифатлы медицина ярҙамын аласаҡ. Эш шарттары уңайлы һәм яҡшы. Ваҡытында диагностикалау һәм дауалау өсөн мөмкинлектәр артты, – тип билдәләне Балаҡатай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Надежда Захарова.
Медицина пункты тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бөтә заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Бында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары урынлашҡан, дарыуҙар һәм ҡорамалдар һаҡлау бүлмәләре бар. Яңы медицина пунктында 444 кеше хеҙмәтләндереләсәк.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы