

Стәрлетамаҡтағы балалар дауаханаһы яңы заманса ҡорамалдар менән тулыланды, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу барышында учреждение балалар велоэргометры ала.
Был махсус механотерапия тренажеры, ул велосипедта йөрөүҙе имитациялай. Ул балаларҙы реабилитациялау һәм тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән, аяҡ һәм арҡа мускулдарын нығытырға, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаһын үҫтерергә, шулай уҡ хәрәкәттәрҙең симметрияһын контролдә тоторға ярҙам итә. Ҡорамал ДЦП, йәрәхәт эҙемтәләре һәм терәк-хәрәкәт аппараты боҙолоуы булған балаларҙы реабилитациялағанда әүҙем ҡулланыла.
Был ҡорамалдар поставкаһы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу буйынса күләмле программаның бер өлөшө булып тора. 2025 йылда милли проекттың төбәк программаһы сиктәрендә 4,5 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һәм 99 берәмек автотранспорт һатып алыу планлаштырыла.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!