Милли проекттар
19 Декабрь 2025, 04:10

Башҡортостандан тоҡомсолоҡ заводы федераль проектта ҡатнашты

Хужалыҡта өс мең баштан ашыу эре мал аҫрала, ә һөт етештереү бер һыйырға уртаса 11500 литрға етә.

Башҡортостандан тоҡомсолоҡ заводы федераль проектта ҡатнаштыБашҡортостандан тоҡомсолоҡ заводы федераль проектта ҡатнашты
Башҡортостандан тоҡомсолоҡ заводы федераль проектта ҡатнашты

Башҡортостандың килемле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе - Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») федераль проектына ҡушылды. Башҡортостан Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итә Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенцияларҙың төбәк үҙәге.

Предприятиела һаҡсыл технологиялар индереү өсөн пилот йүнәлеше итеп һыйырҙарҙы һауыу процесы һайланған. Хужалыҡта өс мең баштан ашыу эре мал аҫрала, ә һөт етештереү бер һыйырға уртаса 11500 литрға етә. Проектта ҡатнашыуҙың төп маҡсаты - һауыу ваҡытын ҡыҫҡартыу, хәҙер быға алты сәғәткә тиклем ваҡыт сарыф итеү. Шулай уҡ производствола һауыу залы эшмәкәрлеген кәметергә һәм процестың темпын арттырырға теләйҙәр.

— Заманса ауыл хужалығы предприятиеһы өсөн етештереүсәнлекте арттырыу - ул юғары сифатлы продукция күләмен арттырыуға һәм конкуренцияға һәләтлелекте нығытыуға тура юл. - Процестарҙы ҡулайлаштырыу техниканы һәм хеҙмәт ресурстарын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирә, был һөҙөмтәлә бөтә хужалыҡтың иҡтисадында ыңғай сағылыш таба, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Марат Дәүләтбаев эштең комплекслы алып барыласағын билдәләне. Ул һауыу залында буш тороуҙарҙы бөтөрөүҙең һәм һауыу ҡорамалдарын ваҡытында хеҙмәтләндереүҙең мөһимлеген билдәләне.

— Һаҡсыл етештереү инструменттары операция һөҙөмтәлелегенең яңы кимәленә сығырға ярҙам итер, тип ышанам, - тип билдәләне предприятиеның генераль директоры Марат Дәүләтбаев.

Предприятие командаһына һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса уҡып сығырға тура киләсәк. Әлеге ваҡытта Төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиены диагностикалауға тотона.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас