Милли проекттар
19 Декабрь 2025, 02:05

Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар мәктәбе үтте

Мәктәп эшендә бөтәһе 144 кеше, шул иҫәптән Рәсәй төбәктәренән йәш ғалимдар һәм малсылыҡ индустрияһы вәкилдәре ҡатнашты.

Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар мәктәбе үттеӨфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар мәктәбе үтте
Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар мәктәбе үтте

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Геном үҙәгендә тәүге тапҡыр “Малсылыҡта геном һәм геномдан һуңғы технологиялар” Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар мәктәбе үтте, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтында.

Сара 2019-2030 йылдарға генетик технологияларҙы үҫтереүҙең федераль ғилми-техник программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола һәм “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) маҡсаттарына тап килә. Мәктәп эшендә бөтәһе 144 кеше, шул иҫәптән Рәсәй төбәктәренән йәш ғалимдар һәм малсылыҡ индустрияһы вәкилдәре ҡатнашты. Спикерҙар сифатында Мәскәүҙән, Новосибирскиҙан һәм бер нисә сит илдән (АҠШ, Австрия һәм Япония) геном технологиялары өлкәһендәге алдынғы белгестәр сығыш яһаны.

Программаға функциональ һәм репродуктив геномикаға, геном селекцияһының һәм геномды редакциялауҙың заманса ысулдарына, хайуандарҙың агрессивлығын контролдә тотоуға, транскриптомикаға, селекцияла машиналар уҡытыуҙы ҡулланыуға арналған 10 пленар доклад инә.

Сара 9-11-се класс уҡыусылары өсөн “Ғәмәли агрогенетика” фәнни-популяр лекторийы менән тамамланды, унда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәрҙәре балаларға малсылыҡта тикшеренеүҙәрҙең алдынғы йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Фото сығанағы: gtrkrb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас