

Мишкә районының Камай ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Учреждение тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Медицина ярҙамын Камай һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы аласаҡ. Ауылдаштарҙы табип-терапевт, табип-стоматолог, табип-педиатр һәм фельдшер ҡабул итәсәк.
“Камай ауылында яңы ауыл табиплыҡ амбулаторияһының асылыуы тәүге медицина ярҙамын нығытыуҙа мөһим аҙым. Был сирҙәрҙе иҫкәртеү кимәлен күтәреүгә, сир осраҡтарын кәметеүгә һәм районда демографик хәлде яҡшыртыуға мотлаҡ булышлыҡ итәсәк”, – тип билдәләне район дауаханаһының баш табибы Валерий Гәрәев.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: "Башҡортостан "дәүләт телералиокомпанияһы сайты.