Милли проекттар
22 Декабрь 2025, 02:10

Балалар өсөн бик файҙалы ҡорамал

Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды. 

Балалар өсөн бик файҙалы ҡорамалБалалар өсөн бик файҙалы ҡорамал
Балалар өсөн бик файҙалы ҡорамал

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) сиктәрендә Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы механотерапия өсөн ҡорамалдар — “Орторент Актив” аппараты алды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Был медицина ҡорамалы аяҡтарҙы һәм ҡулдарҙы әүҙем механотерапиялау өсөн тәғәйенләнгән. Аппарат мускул корсетын нығытыуға, шешенеүҙе кәметеүгә булышлыҡ итә, физиологик симметрияны тергеҙеүгә ярҙам итә.

Милли проект ярҙамында дауахана даими рәүештә техник базаны яңыртыу һәм хеҙмәтләндереү стандарттарын яҡшыртыу мөмкинлегенә эйә була, был ауырыуҙарҙы ваҡытында диагностикалауға һәм төбәк халҡының һаулығын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас