

Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында түләүле парковкаларҙы бушлай файҙаланыу хоҡуғына эйә булған граждандар тураһында мәғлүмәттәрҙе индереү, ғәмәлдән сығарыу һәм үҙгәртеү буйынса электрон хеҙмәттәр эшләй башланы.
Граждандар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп бурыстарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.
– Ҡала халҡының инфраструктураға ҡулайлашыуын еңеләйткән электрон хеҙмәттәр исемлеген эҙмә-эҙлекле киңәйтәбеҙ. Яңы мөмкинлек парковка урындарын файҙаланғанда ташламалар тураһында мәғлүмәттәр – ул ваҡытты сарыф итмәү генә түгел, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға ғәмәлдә өлөш индереү ҙә, — тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Транспорт сараһы тураһында мәғлүмәттәрҙе махсус реестрға индереү хеҙмәте 10 эш көнө дауамында күрһәтелә.
Хеҙмәт алыу өсөн автомобиль өсөн документтар һәм ташламаға хоҡуҡты раҫлаған таныҡлыҡ ҡуйырға кәрәк.
Рәмилә Мусина фотоһы (архивтан).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!