

Краснокама районында,”Ғаилә” милли проектына ярашлы, яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды.
“Был– районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау үҫешендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы һәм буласаҡ әсәләрҙе хәстәрләүҙең юғары сифатын тәьмин итеүҙә мөһим этап. Хәҙер улар юғары профессионаллек һәм хәстәрлек шарттарында заманса медицина үҙәгендә сифатлы ярҙам аласаҡ”, – тип билдәләне Крснокама үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәғит Бәҙретдинов.
Консультация бинаһында ультратауыш сканерҙары һәм кардиотокография аппараттары ҡуйылған. Ҡабул итеүгә яҙыу буйынса “берҙәм тәҙрә”эшләй, пациенттар өсөн көтөү зонаһы ҡулайлаштырылған.
Илебеҙгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты, бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”) 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!