

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә тау саңғыһы курорттарына алып барған 22,2 саҡрым юл ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.
Ҡырмыҫҡалы, Нуриман һәм Иглин райондарында Өфө — Инйәр — Белорет һәм Өфө — Иглин — Ҡыҙылъяр — Павловка трассаларының ете участкаһы норматив хәлгә килтерелде. Юлсылар бында асфальт-бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.
– Был юлдар күп ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итеүҙән тыш, туристик маршруттарға ла алып бара. Улар аша йәйге ял итеү урындарына, тәбиғәт парктарына һәм иҫтәлекле урындарға, шулай уҡ тау саңғыһы курорттарына барып етергә мөмкин. Бында хәрәкәт интенсивлығы көн һайын 3 меңдән 15 меңгә тиклем автомобиль тәшкил итә. Шуға күрә был трассаларҙа хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итеү мөһим, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 265 саҡрымдан ашыу төбәк юлы һәм дөйөм оҙонлоғо 1000 погон метрҙан ашыу булған 12 күпер тәртипкә килтерелде.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!