Милли проекттар
26 Декабрь 2025, 04:30

Баш табип шатлығы менән уртаҡлашты

 "Яңы ҡорамалдар оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер һәм пациенттарыбыҙҙы һауыҡтырыуға ҙур ярҙам күрһәтер тип өмөтләнәбеҙ".

Баш табип шатлығы менән уртаҡлаштыБаш табип шатлығы менән уртаҡлашты
Баш табип шатлығы менән уртаҡлашты

Бүздәк үҙәк район дауаханаһына быйыл, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамалдар алынды.

Медицина учреждениеһы электрокардиограмманы һәм ҡан баҫымын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү комплексы, юғары йышлыҡлы “Элепс” электрохирургия аппараты алды. Шулай уҡ “РуСкан” ультратауыш системаһы, күсмә “РЕНЕКС” палата рентгенография аппараты һәм “Эмалед” операция яҡтыртҡысы алынды.

“Шул ҡәҙәре мөһим ҡорамалдарға байыуыбыҙға бик шатбыҙ. Улар оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер һәм пациенттарыбыҙҙы һауыҡтырыуға ҙур ярҙам күрәһәтер, тип өмөтләнәбеҙ. Заманса ҡорамалдар менән дауахананы йыһазландырыу диагностика теүәллеген һиҙелерлек яҡшыртасаҡ, өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметәсәк һәм сифатлы дауалауҙы тәьмин итәсәк. Халҡыбыҙҙың һаулығын нығытыуға яңы ҡорамалдар, һис шикһеҙ, үҙ өлөшөн индерәсәк,” – тип ҡәнәғәтлеген белдерә район дауаханаһының баш табибы Александр Овчинников.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас