Милли проекттар
26 Декабрь 2025, 03:30

Өфө балалары “Йылға амбассадорҙары” булды

Өфө ҡалаһындағы 17-се мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Ылымыҡтарға ҡапҡас. Йылға амбассадорҙары” һәм “Экология именлеге” милли проектына ярашлы  экология дәрестәре ойошторолдо

Өфө балалары “Йылға амбассадорҙары” булдыӨфө балалары “Йылға амбассадорҙары” булды
Өфө балалары “Йылға амбассадорҙары” булды

Өфө ҡалаһындағы 17-се мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Ылымыҡтарға ҡапҡас. Йылға амбассадорҙарыһәм Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) экология дәрестәре ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.

Проекттың Башҡортостандағы координаторы Альбина Сөләймәнова балаларға һыу ятҡылыҡтарының таҙалығын һаҡлауҙың һәм был эштә һәр кешенең өлөшө мөһим икәне хаҡында һөйләне. Уҡыусылар ябай пластик ҡапҡастарҙың йылғаларға һәм ундағы организмдарға ниндәй зыян килтергәне, ә уларҙы дөрөҫ йыйыу һәм эшкәртеүҙең тирә-яҡ мөхиткә нисек ярҙам иткәне тураһында белгән. Бынан тыш, мәктәптә пластик ҡапҡастар йыйыу өсөн махсус экоконтейнер ҙа ҡуйылған.

– Беҙҙең төп бурыс – һөйләү генә түгел, ә балаларҙы аныҡ эштәргә йәлеп итеү. Мәктәптә ҡуйылған контейнерҙы күргәс, бала үҙенең дә йылғаларҙы ҡотҡарыу буйынса алып барылған мөһим эштең бер өлөшө икәнен аңлай. Был бала саҡтан уҡ яуаплылыҡ һәм экология мәҙәниәтен тәрбиәләй, – тип иҫәпләй Альбина Сөләймәнова.

РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса быйылдан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас