Милли проекттар
28 Декабрь 2025, 12:30

Спорт медицинаһында заманса диагностика технологияларын тикшерҙеләр

2025 йылдың октябрендә БДМУ-ла “Адаптив физкультура һәм спорт медицинаһы” кафедраһы асылды

Спорт медицинаһында заманса диагностика технологияларын тикшерҙеләрСпорт медицинаһында заманса диагностика технологияларын тикшерҙеләр
Спорт медицинаһында заманса диагностика технологияларын тикшерҙеләр

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы, БДМУ-ның вуз-ара кампустағы майҙансығында спорт медицинаһында заманса диагностика технологиялары буйынса һөйләшеү уҙҙы. Был хаҡта БР Мәғариф министрлығы хәбәр итә.

«Спорт медицинаһында заманса диагностика технологиялары» оҫталыҡ дәресе спорт медицинаһы өлкәһендә һөнәри хеҙмәттәшлек булдырыу һәм Башҡортостан халҡына махсус медицина ярҙамын камиллаштырыу маҡсатында ойошторолдо.

2025 йылдың октябрендә БДМУ-ла “Адаптив физкультура һәм спорт медицинаһы” кафедраһы асылды. Ул профессиональ спортсылар һәм физкультура һөйөүселәр менән эшләү өсөн медицина белеме булған юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй. Студенттарға белем биреү һәм практика дәрестәре «Динамо»физкультура-спорт йәмғиәтенең клубтары һәм секцияларында ойошторолдо.

«Адаптив физкультура һәм спорт медицинаһы» кафедраһына уҡырға алыу дауам итә. Кафедра студенттарға, ординаторҙарға, аспиранттарға яңы белемде үҙләштерергә һәм спорт медицинаһы буйынса табип квалификацияһын алырға ярҙам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән быйылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: bashgmu.ru/news/...

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас