Милли проекттар
28 Декабря 2025, 09:00

Түләбәйҙә лә яңы ФАП эшләй башланы

Бина тейешле ҡорамалдар һәм йыһаз менән тәьмин ителгән.

Түләбәйҙә лә яңы ФАП эшләй башланыТүләбәйҙә лә яңы ФАП эшләй башланы
Түләбәйҙә лә яңы ФАП эшләй башланы

Күгәрсен районының Түләбәй ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Яңы ФАП заманса стандарттарға һәм талаптарға тулыһынса яуап бирә.  Бина тейешле ҡорамалдар һәм йыһаз менән тәьмин ителгән. Фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары бар, дарыуҙар һаҡлау һәм эш ҡоралдары өсөн бүлмәләр булдырылған. Яңы ФАП-та 300-ҙән ашыу кеше беренсел медицина-санитар ярҙамы ала ала.

– “Һанлы ФАП” проектына тоташтырылғанға күрә, халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре лә күрһәтеп була. Мин ситтән тороп ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы аса алам, электрон рецепт яҙыу, телемедицина консультацияһы үткәреү мөмкинлеге бар, – ти фельдшер Миңлегөл Ибраһимова.

Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас