Милли проекттар
30 Декабрь 2025, 09:30

Йәш быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү көнүҙәк мәсьәлә

Өфөлә “Росток” X халыҡ-ара йәштәр конференцияһына йомғаҡ яһалды.  

Йәш быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү көнүҙәк мәсьәләЙәш быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү көнүҙәк мәсьәлә
Йәш быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү көнүҙәк мәсьәлә

Өфөлә “Экологик именлек” милли проекты (национальныый проект «Экологическое благополучие») сиктәрендә фән, экология һәм мәғариф өлкәһендәге төп ваҡиғаларҙың береһе — “Росток” Х халыҡ-ара йәштәр ғилми-ғәмәли тикшеренеү эштәре конференцияһы тамамланды. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.

Сара йәш ғалимдарҙың талантын асыу һәм хәҙерге замандың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн абруйлы майҙансыҡ статусын раҫлай. Башҡортостандың дәүләт органдары, мәғариф учреждениелары һәм ғилми берләшмә вәкилдәренең әүҙем ҡатнашыуы конференцияға айырыуса ҙур әһәмиәт бирҙе.

Быйыл Силәбе, Иркутск, Свердловск, Калининград, Ульяновск өлкәләренән, шулай уҡ Татарстан һәм Ҡырым Республикаларынан йәш ғалимдар үҙҙәренең тикшеренеү проекттарын тәҡдим итте. Эштәр биш төп секция сиктәрендә тыңлана: “Агроэкология һәм үҫемлекселек”, “Фәндә тәүге аҙымдар”, “Медицина, физиология һәм когнитивистика”, “Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау”, “IT-технологиялар һәм инженерлыҡ ҡарарҙары өлкәһендә асыштар”.

Жюри проекттарҙы бер нисә критерий буйынса баһалай: идеяның үҙенсәлеклелеге һәм яңылығы, тикшеренеүҙең тәрәнлеге һәм сифаты, материалдың әҙерлек һәм презентация кимәле.

Үҫеп килеүсе быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү хәҙерге йәмғиәт өсөн элеккесә көнүҙәк. Республика йәштәре экологияны һаҡлау, алдынғы технологияларҙы индереү, ҡалдыҡтарҙы һайлап йыйыу аша аңлы производствоны үҫтереү буйынса дөйөм эшкә йәлеп ителгән. Был бик ҡыуаныслы һәм киләсәккә өмөт бағларға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге көйләү идаралығы начальнигы Рөстәм Мифтахов.

“Росток” конференцияһы йәштәрҙең фәнни потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, алынған һөҙөмтәләрҙе практик ҡулланыу өсөн шарттар ҙа булдыра.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең тикшеренеүҙәрен тәҡдим итеү һәм тәжрибәле остаздарҙан эксперт баһаһын ишетеү өсөн уникаль мөмкинлек ала, был уларҙың артабанғы профессиональ үҫеше өсөн ҡиммәтле.

Фото сығанағы: ecology.bashkortostan.ru.

Йәш быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү көнүҙәк мәсьәлә
Йәш быуынды тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү көнүҙәк мәсьәлә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас