

Дүртөйлө ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының яңы этабында ҡатнашыусыларға фатир асҡыстары тапшырылды. Был хаҡта республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр.
Беренсе Май һәм Урал урамдарындағы авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән 36 кешенән торған 11 ғаилә төҙөк торлаҡтан асҡыстар алды.
– Һуңғы алты йылда Дүртөйлө ҡалаһына һәм Дүртөйлө районына дөйөм майҙаны 1,5 мең квадрат метрлыҡ туғыҙ авария хәлендәге йорттан 109 кеше күсерелгән. Был программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла: район хакимиәтенә, төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм. Бигерәк тә был көнгә йылдар буйына килгәндәрҙең - кешеләрҙең. Йылы фатирҙарҙа балалар үҫһен, байрамдар үткәрелһен. Яңы хыялдар һәм пландар тормошҡа ашһын, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
11 ғаиләнең һигеҙе федераль һәм республика финанслауы сиктәрендә бүленгән средстволар иҫәбенә яңы торлаҡ алды. Тағы ла өс ғаилә Дүртөйлө районы хакимиәте башланғысы менән урынлаштырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаның икенсе этабы 2025-2026 йылдарҙа тормошҡа ашырыла. Уны финанслауға быйыл октябрҙә 861 миллион һум бүленгән, шуларҙың 510 миллион һумы — федераль, 350 миллион һумы — республика бюджеты саралары.
Декабрь башында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы муниципалитеттар менән бөтә килешеүҙәрҙе лә тулыһынса төҙөнө. Был республиканың 10 муниципалитетында: Благовещен, Илеш, Тәтешле, Учалы, Бөрө, Ғафури, Дүртөйлө, Шишмә, Күгәрсен райондарында һәм Сибай ҡалаһында 23 авария хәлендәге күп фатирлы йорттарҙан 396 кешене күсереүгә 100 процентҡа юридик һәм ойоштороу әҙерлеге тәьмин ителгән тигәнде аңлата.
Программаның икенсе этабы буйынса эш 2026 йылда дауам ителәсәк.
Фото: Риф Йосоповтың Телеграмдағы төркөмөнән.