Милли проекттар
31 Декабрь 2025, 11:30

Бөрйәндәргә – Яңы йыл бүләге

Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән.

Бөрйәндәргә – Яңы йыл бүләгеБөрйәндәргә – Яңы йыл бүләге
Бөрйәндәргә – Яңы йыл бүләге

Бөрйән районының Исламбай ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде.

Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Эш шарттары уңайлы. Бында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау һәм эш ҡоралдары өсөн бүләмәләр урынлаштырылған.

“Беҙ ауылыбыҙҙа шундай заманса медицина пункты асылыуына бик шатбыҙ. Хәҙер ауылдаштар бында  диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата, тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә”, – тине фельдшер Зәбирә Әхмәтйәнова.  

 Бынан тыш, “Һанлы ФАП” проектына ярашлы, пациенттар һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана ала.  Фельдшер дистанциянан тороп эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыу, электрон рецепт яҙыу, телемедицина консультацияһын үткәреү мөмкинлегенә эйә.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас