Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Ғинуар , 14:30

Ауыл һәм ҡалалар күркәмләнә

Сибайҙа милли проект ярҙамында яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа килде

Ауыл һәм ҡалалар күркәмләнә
Ауыл һәм ҡалалар күркәмләнә

Сибай ҡалаһында "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" федераль программаһы сиктәрендәге "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектын (национальный проект "Инфраструктура для жизни ") тормошҡа ашырыу барышында Сармат яңы микрорайонында йәмәғәт киңлеген комплекслы рәүештә ‎төҙөкләндерелгән. Был хаҡта республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынаү хәбәр иттеләр. ‎

Төҙөкләндереү барышында йәйәүлеләр өсөн юлдар һәм ял зонаһы эшләнгән, шулай уҡ яҡтылыҡ үткәрелгән, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырылған. Бынан тыш, балалар өсөн уйын зонаһы, хәүефһеҙ резина ҡапламы менән спорт майҙансығы һәм япма аҫтында ял итеү зонаһы барлыҡҡа килгән. ‎Яңы майҙансыҡты төҙөкләндереүгә 13 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, уларҙың ҙур өлөшө федераль бюджеттан алынған. Иркен биләмә, уйланылған зоналаштырыу һәм сифатлы материалдар был урындың әүҙем ял итеү өсөн һәйбәт булыуын тәьмин итә. ‎

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда 1,1 миллиард һумдан ашыу федераль средстволарҙы йәлеп итеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһында 100 объектты төҙөкләндергәндәр. ‎Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. ‎

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас