Милли проекттар
6 Ғинуар , 04:30

Игебай ауылы халҡы яңы медпункт асылыуға шат

Заманса шарттар халыҡ өсөн файҙаға

Игебай ауылы халҡы яңы медпункт асылыуға шатИгебай ауылы халҡы яңы медпункт асылыуға шат
Игебай ауылы халҡы яңы медпункт асылыуға шат

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Күгәрсен районының Игебай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы.

Урындағы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, персонал өсөн уңайлылыҡ булдырыу маҡсатында учреждениела барлыҡ тейешле шарттар тыуҙырылған. Унда фельдшер кабинеты, процедура, ҡарау, көтөү бүлмәләре, медикаменттар һаҡлау урындары булдырылған. Был ФАП-та 350-нән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк.

- Яңы фельдшер акушерлыҡ пунктын асыу Күгәрсен районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә беренсел звено үҫешендә мөһим этап булып тора. Был йыраҡ ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн медицина ярҙамы сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Заманса ҡорамалдар, һанлы технологиялар ҡулланыу күрһәтелгән хеҙмәттең яңы кимәлен сағылдыра, - ти Мораҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ирина Рябова.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ! 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас