Милли проекттар
6 Ғинуар , 07:30

Яңыртылған кадрҙар үҙәге эш башланы

Иглиндәге яңы кадрҙар үҙәгенең дизайны «Рәсәй эше» брендының заманса стилендә башҡарылған. Иркен бинала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар булдырылған, махсус балалар зонаһы бүленгән. Һанлы сервистар сиратта көтөүҙе кәметергә, ситтән тороп эш итергә һәм онлайн яҙылырға мөмкинлек бирә. 

Яңыртылған кадрҙар үҙәге эш башланыЯңыртылған кадрҙар үҙәге эш башланы
Яңыртылған кадрҙар үҙәге эш башланы

Иглин районында «Кадрҙар» милли проекты (национальный проект «Кадры»)  ярҙамында яңыртылған кадрҙар үҙәге асылды. Ул – республикала эшләп килгән 69 мәшғүллек үҙәгенең яңыртылғандан һуң асылған 52-һе, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Иглиндәге яңы кадрҙар үҙәгенең дизайны «Рәсәй эше» брендының заманса стилендә башҡарылған. Иркен бинала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар булдырылған, махсус балалар зонаһы бүленгән. Һанлы сервистар сиратта көтөүҙе кәметергә, ситтән тороп эш итергә һәм онлайн яҙылырға мөмкинлек бирә.

– Бындай заманса майҙансыҡты асыу районыбыҙҙың социаль инфраструктураһын үҫтереүҙә ҙур алға китеш булды. Яңы мәшғүллек үҙәге Иглин районының хеҙмәт баҙарын барыһы өсөн дә уңайлы яһап, эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр өсөн хеҙмәттәшлек урынына әүереләсәк, - тип билдәләне Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең территориаль бүлеге начальнигы Игорь Вязов.

Яңыртылған милли проекттар, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас